Бөтә яңылыҡтар
4 Март 2020, 10:40

Ни өсөн президенттың күҙе йәшләнә?

Президент Владимир Путин ирекмәндәрҙең эшен ҡыуанып күҙәтә. Был турала ул ТАСС мәғлүмәт агентлығына «Владимир Путинға – 20 һорау» проекты өсөн биргән интервьюһында белдерҙе.

– Рәсәйҙең ирекмәндәре – йәш, эшлекле, файҙалы кешеләр. Мин уларға ҡыуанып ҡарайым, хатта ҡайһы саҡта күҙемдән йәштәр килеп сыға, сөнки улар, ысынлап та, шәп эшләй, – тип билдәләне ул.
Президент ирекмәндәр һаны йылдан-йыл артыуын да белдерҙе. Былтыр декабрь башында уларҙың халыҡ-ара форумында сығыш яһағанда 15 миллионға етеүҙәрен әйтеп, үҙҙәрен оло бер армияға тиңләгәйне.


Читайте нас: