Бөтә яңылыҡтар
4 Март 2020, 11:31

Һуғыш ветераны яңы фатирлы булды

96 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сергей Оловянниковҡа Өфө районы хакимиәте яңы фатир бүләк итте.

Ветеран бөтә ғүмере буйы Миловка ауылында бер ниндәй уңайлы шарттары булмаған шәхси йортта йәшәгән. Уның торлаҡ проблемаһы киң мәғлүмәт саралары аша билдәле булды.
Мэрия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Сергей Оловянников – Өфө районынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, тере ҡалған алты ветерандың берәүһе. Разведчик булараҡ, Карелия, Украина фронттарында ҡатнашып, III дәрәжә Дан ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Германияны еңгән өсөн», юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Өфө районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ветеранға фатир ҡаҙна аҡсаһынан тыш алынған. Бында йәшәү өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа бар. Бынан тыш, тағы ла ике Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына йорттарын ремонтлау өсөн аҡса тотоноласаҡ.
Читайте нас: