Бөтә яңылыҡтар
5 Март 2020, 10:37

«Әлегә бер ниндәй ҙә киҫкен хәл күҙәтелмәй»

8 Март байрамы алдынан интернет селтәрендә коронавирус йоҡторған рауза сәскәләре тураһында хәбәр таралды.

Бындай ялған мәғлүмәттәрҙе Рәсәйгә сит илдән ебәрәләр, ти был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин.
– Арыу ғына, әлегә бер ниндәй ҙә киҫкен хәл күҙәтелмәй, кешеләр дөрөҫлөктө белергә тейеш, – тип тә еткерҙе ул. Ил етәксеһе һүҙҙәренсә, ялған хәбәрҙәр халыҡ араһында ҡурҡыу тойғоһо уятыу өсөн таратыла.
Белгестәр мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бындай дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәттәр күбеһенсә «Бәйләнештә», мессенджерҙарҙа атай-әсәйҙәр чаттары аша килә. Мәскәүҙә 20 мең кеше коронавирус менән сирләй,тигән хәбәр ҙә ялған булып сыҡты.



Читайте нас: