Бөтә яңылыҡтар
6 Март 2020, 11:11

Урмандарҙы һаҡлайыҡ, дуҫтар!

«Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектын ғәмәлгә ашырыуға Башҡортостанға 211,2 миллион һум аҡса бүленгән. Был турала республикабыҙҙың урман хужалығы министрлығының коллегияһында билдәле булды.

Янғын һүндереү махсус техникаһын һатып алыуға 40 миллион һум ҡаралған. Уны 24 апрелгә тиклем урындарға килтереү көтөлә. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, 2019 йылда 14,8 мең гектар майҙанда урманды тергеҙеү саралары үткәрелгән. Бындай эштәр Белорет, Йылайыр, Баймаҡ, Ҡариҙел райондарында алып барылған.

Читайте нас: