«Сафияла ҡунаҡта» студияһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм өлкәндәр, шулай уҡ дүрт йәштән алып 18 йәшкә тиклемге һау-сәләмәт балалар шөғөлләнә. Уларҙы актер оҫталығына, сәхнә телмәренә һәм көршәксе эшенә өйрәтәләр.
«Проекттың үҙенсәлеге шунда: был инклюзия, сәләмәт балалар һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм өлкәндәр менән бер сәхнәлә сығыш яһай.Йыш ҡына ата-әсәләрҙең «ҡояш балаларын» ҡабул итмәүен, уларҙан ситләшеүҙәрен күрәм, шуға күрә тәү сиратта ата-әсәләрҙе «дауаларға» кәрәк, — ти Земфира Байбулдина. — Беҙҙең студияла бөтә нәмә өйҙәге кеүек – аш-һыу бүлмәһе, сәй эсеү, ял итеү урындары бар».
Уның һүҙҙәренсә, шөғөлләнергә теләүселәр бар, 8-9 кеше яҙылған да инде. Балалар менән профессиональ артистар Ленария Хажиева, Башҡортостандың халыҡ артисы Александр Кузьменко, көршәк яһау оҫтаһы Бабкен Туманян шөғөлләнә.