Кескәйҙәр йөрөйәсәк бина ике ҡаттан тора. Тәүгеһендә йәсле һәм кесе йәштәгеләр өсөн биш төркөм, логопед, психолог, методик, кер йыуыу, үтекләү бүлмәләре, аҙыҡ-түлек блогы, ике изоляторҙан медицина пункты урынлашҡан. Икенсе ҡатта урта, өлкән һәм әҙерлек төркөмөнә йөрөүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар шөғөлләнә. Бында барлығы – алты төркөм, физкультура һәм музыка дәрестәре өсөн залдар, балалар баҡсаһы мөдире кабинеты ла бар. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған: ингән ер пандус менән йыһазландырылған, йөк лифты булыуы ла уңайлы.