Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2020, 18:11

Ректор кубогын алғың килһә...

Өфө дәүләт авиация техник университеты математика, физика, информатика, йәмғиәтте өйрәнеү һәм сит телдәрҙән (инглиз һәм немец) йолаға әүерелгән ректор кубогына асыҡ олимпиада үткәрә.

Интеллектуаль ярыштарҙы үткәреү ваҡыты – 23-нән 27 мартҡа тиклем. Бында республикабыҙ район-ҡала мәктәптәренән X – XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Белем усаҡтарынан – 20 мартҡа тиклем, шәхси ҡатнашыусыларҙан ғаризалар һынауға бер көн ҡалғансы ҡабул ителә. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары БДИ-ға өҫтәмә 10 һәм 7 балл ала.
Читайте нас: