Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләйәсәк. Художество етәксеһе – Республика Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе, театрҙың художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов. Уҡыу йортонда сәнғәт кешеләре йыр буйынса ғына түгел, балет буйынса ла өҫтәмә белем алып, оҫталыҡтарын арттыра аласаҡ. Академияла балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.