Һөнәри бәйгеләрҙә төрлө фәндәрҙән 210 педагог көсөн һынай. «Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыһы» исеменә 70 кеше көрәшәсәк, «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы»на – 16, «Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы»на – 30, «Йәш йыл уҡытыусыһы»на – 37. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе райондарҙан килгән. Ә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020» төбәк-ара конкурсында 56 уҡытыусы ярыша. Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән дә ҡатнашыусылар бар.