Бөтә яңылыҡтар
11 Март 2020, 23:28

Өфө лә «Ер сәғәте» акцияһына ҡушыла

Баш ҡалабыҙ «Ер сәғәте» Бөтә донъя акцияһына ҡушыла. Ул 28 мартта киске сәғәт 8-ҙә Үрге сауҙа майҙанында старт ала.

Акция барышында 20 сәғәт 30 минутта Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды электр энергияһын бер сәғәт дауамында һүндереп торорға саҡыра. Бында алым менән һәр кем планетаның киләсәгенә битараф булмағанын күрһәтергә тейеш.
«Ер сәғәте» Бөтә донъя акцияһы ун дүртенсе тапҡыр үткәрелә, ә Рәсәйҙә – ун икенсе тапҡыр.
Читайте нас: