Бөтә яңылыҡтар
11 Март 2020, 10:54

Миллионға яҡын кешегә түләүҙәр ҡаралған

Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына аҡсалата түләү тураһында ҡарарға Президент Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Ә хәҙер Рәсәй Хөкүмәте тарафынан был маҡсатҡа тәғәйенләнгән сумманы бүлеү раҫланды, тип хәбәр итә «Уралинформбюро».

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин һүҙҙәренсә, түләүҙәрҙе миллионға яҡын кеше аласаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарға, уларҙың тол ҡатындарына, элекке кесе йәштәге концлагерь тотҡондарына – 75-шәр мең, тыл хеҙмәткәрҙәренә һәм элекке өлкән йәштәге концлагерь тотҡондарына 50-шәр мең ҡаралған. Ә аҡсалата түләүҙәр барлығы 62, 9 миллиард һумды тәшкил итә.

Читайте нас: