Бөтә яңылыҡтар
11 Март 2020, 11:21

Республикабыҙҙа Таҙалыҡ көндәре үтәсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда Таҙалыҡ көндәре ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, район һәм ҡалаларҙа айына ике тапҡыр өмәләр ойоштороласаҡ.

Республикабыҙҙа тәүге Таҙалыҡ көндәре киләһе аҙнала – 18-20 мартта үтәсәк. Был ваҡытта биләмәләр ҡарҙан таҙартыла, тирә-яҡты йыйыштырыу һәм биләмәләрҙе йәшелләндереү эштәре башлана. Ә йыл дауамында 18 апрелдә, 4 июлдә һәм 3 октябрҙә – өс дөйөм республика өмәһен ойоштороу ҡаралған.
Читайте нас: