Бөтә яңылыҡтар
12 Март 2020, 10:47

Үҙ-ара хеҙмәттәшлек итәсәктәр

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Башҡорт дәүләт аграр университеты менән экология өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

– Үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш беҙгә йәш белгестәрҙе әҙерләүҙә экология йүнәлешен уңышлы үҫтерергә ярҙам итәсәк. Сөнки бөгөн тәбиғәтте һаҡлау темаһына ҡыҙыҡһыныу бик көслө, – тине студенттар менән осрашыуында Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров. Ул ҡыҙҙар һәм егеттәргә республикабыҙҙа «Экология» милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуын да һөйләне.
Бынан тыш, осрашыу көнөндә Башҡорт дәүләт аграр университетында «Студенттар – ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн» экология проекты ла башланды. Ошо уңайҙан юғары уҡыу йорто биләмәһендә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар ҙа ҡуйылды.


Читайте нас: