Был турала һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың медицина ойошмалары етәкселәре менән үткәрелгән кәңәшмәһендә һөйләштеләр. Министрҙың беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункттарының медицина эшмәкәрлеген лицензиялау тураһында мәғлүмәт еткерҙе. «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса мәктәп стоматология кабинеттарының эше менән министр урынбаҫары Игорь Засядкин таныштырҙы.
Кәңәшмәлә медицина хеҙмәткәрҙәренә «Башҡортостан табибы», «Башҡортостан фелдьшеры», «Башҡортостандың шәфҡәт туташы» тигән яңы статустар бирә башлауҙары хаҡында ла һүҙ булды.
– Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, был статустар конкурс һөҙөмтәләре буйынса республиканың дәүләт медицина ойошмаларында эшләгән иң яҡшы табиптарға һәм белгестәргә биреләсәк. Статус күкрәккә таға торған махсус билдә һәм таныҡлыҡ менән раҫлана, — тине министр урынбаҫары Ирина Кононова.