Бөтә яңылыҡтар
14 Март 2020, 12:16

Мәктәпкә йөрөргәме, юҡмы?

16 марттан быны атай-әсәйҙәр үҙҙәре хәл итәсәк.

Мәскәү ҡалаһы мэры Сергей Собянин был турала күрһәтмә биргән. Коронавирус буйынса бөтә донъяла пандемия иғлан ителгәндә шулай яҡшыраҡ булыр, тип иҫәпләй ул. Белем усаҡтары етәкселәренә дистанцион уҡытыуҙы ойошторорға кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ илдең баш ҡалаһында ҙур саралар ҙа ваҡытлыса кисектерелеп тора. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Сергей Кравцов бүтән төбәктәрҙә лә дистанцион уҡытыуға күсергә кәңәш итә.
Читайте нас: