Республикабыҙҙа уҙған умартасыларҙың икенсе төбәк съезында «Башҡорт умарталыҡтары+» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры Сергей Мөлөков мәктәп уҡыусыларының рационына ҡаҙна иҫәбенә бал индереү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Шулай уҡ уны спортсыларҙың туҡланыуына индереү кәрәклеге лә белдерелде.