Акция барышында ҡала биләмәһендәге бөтә белем биреү ойошмаларында, мәҙәниәт, спорт учреждениеларында профилактик саралар уҙғарыласаҡ.
– Бынан элекке акция былтыр 18 ноябрҙән 14 ғинуарға тиклем үткәйне. Ошо ваҡыт эсендә балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын 31 процентҡа кәметеүгә ирештек. Коронавирус буйынса килеп хәл арҡаһында иҫкәртеү акцияһын асыу һәр синыфта айырым үтәсәк, – тип белдерҙе Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова.
Сара сиктәрендә «Йәш йәйәүле» рейды, йәш инспекторҙар хәрәкәте слёты, «Балалар йәшәү өсөн тыуа» театрлаштырылған тамашалар, ҡул эштәре бәйгеләрен үткәреү ҙә ҡаралған. Акцияны ойоштороусылар водителдәр, йәйәүлеләр, юлсыларҙы социаль селтәрҙәрҙә барған «Атай-әсәйҙәр, беҙ һеҙгә ышанабыҙ!», «Хәүефһеҙлек өсөн!», «Ашыҡма, юлда – кескәйҙәр!» видеояҙмалар һәм фотоһүрәттәр конкурстарында ла ҡатнашырға саҡыра. Иң әүҙем балалар һәм өлкәндәрҙе бүләктәр ҙә көтә.