Бөтә яңылыҡтар
18 Март 2020, 10:56

Фольклориаданы күсереүҙәре ихтимал

Коронавирус таралыуы айҡанлы, Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғармау йәки күсереү ихтималлығы килеп тыуҙы. Был турала Хөкүмәт президиумында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был мәсьәлә әлегә рәсми рәүештә асыҡ килеш ҡала. Ҡәтғи ҡарар май айында Мексикала үтәсәк ултырышта хәл ителәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Бөтә донъя фольклориадаһы республикабыҙҙа 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем үтергә тейеш ине.
Читайте нас: