– Әгәр ҙә коронавирус менән бәйле проблемалар килеп сыҡһа, ҡанун тауыш биреүҙе һуңғы осорға күсереп торорға мөмкинлек бирә, – тип тә билдәләне ил етәксеһе.
Илдәге эпидемиологик хәл мөмкинлек бирһә, тауыш биреү 22 апрелдә үтәсәк.
Владимир Путин тәүге тапҡыр Констицияға төҙәтмәләр индереү кәрәклеге хаҡында үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төп ҡанунды үҙгәртеү буйынса күп эштәр башҡарылды һәм ҡанун проекты рәүешендә рәсмиләштерелде. Бер нисә аҙна эсендә ул бөтә кәрәкле процедураларҙы үтте: Дәүләт Думаһында, Федерация Советында, төбәк парламенттарында хуплау тапты, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡул ҡуйҙы.