Бөтә яңылыҡтар
19 Март 2020, 10:30

Күсмә бригадалар эшен дауам итәсәк

Табиптарҙың күсмә бригадаһы республикабыҙҙың бөтә райондары буйлап йөрөйәсәк. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» төбәк программаһы буйынса алып барыла. Табиптарҙың күсмә бригадаһы майҙан октябргә тиклем эшләйәсәк, улар Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет, Дыуан һәм Өфө райондары маршруттары буйынса сығасаҡ.
Әлеге ваҡытта былтыр ноябрь айында башланған «Ҡышҡы десант» акцияһы тамамлана. Табиптарҙың күсмә бригадаһы 17 районда эшләне, йәнә лә сиратта – Дәүләкән һәм Благовещен. Акция ваҡытында 5 меңдән ашыу кеше ҡаралды, шуларҙың 1 меңдән ашыуы тағы ла тикшереүгә ебәрелде, 271-е станционарҙа дауалана, 211-енә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Бындай күсмә медицина тикшереүҙәре ваҡытында айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҙур иғтибар бүленә.



Читайте нас: