Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2020, 10:43

Быйыл 888 социаль учреждениеға интернет үтәсәк

«Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә оптик-сүс үткәргесе һуҙыу дауам итә. Быйыл «Башинформсвязь» республикабыҙҙың 536 ауыл һәм ҡалаһындағы 888 социаль әһәмиәтле объектҡа юғары тиҙлектәге интернет тоташтырасаҡ.

Шулар рәтенә 431 уҡыу йорты, 354 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 79 ауыл хакимиәте, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 22 бүлексәһе, 4 һайлау комиссияһы участкаһы инә.
– «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә республикабыҙҙа юғары тиҙлектәге интернетҡа тоташтырылған социаль объекттарҙың күбеһе – 92 проценты ауыл ерендә урынлашҡан. Уларҙың яртыһынан күбеһенә тәүге тапҡыр интернет үткәрелә, – тип белдерҙе «Башинформсвязь» йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Алфёров.



Читайте нас: