Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2020, 16:49

«Еңеү открыткалары» проектында уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала

Бөйөк Еңеү алдынан «Еңеү открыткалары» тигән ҙур проект старт ала. Уның маҡсаты – ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы хаҡында тарихи хәтерҙе һаҡлау.

Открытка эшләү проектында урта, юғары белем биреү учреждениеларында, сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусылар, йәштәр һәм ветеран ойошмалары, предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Талаптарға яуап бирһә, быға тиклем район, төбәк конкурстары, фестивалдәрендә ҡатнашҡан эштәр ҙә ҡабул ителә.
Открыткала Башҡортостан менән бәйле Еңеү символдарын һынландырырға мөмкин. Рәсем горизонталь рәүештә, А4 форматында, «Еңеү көнө менән!» тигән ҡотлау яҙыуы менән булырға тейеш. Башҡорт йәки урыҫ телдәрендә эшләргә була.
Эштәрҙе [email protected] электрон почтаһына «Еңеү открыткаһы» билдәһе менән ебәрергә кәрәк. Открытка менән бергә авторҙың фамилияһы һәм исеме, адресы яҙылған excel форматындағы файлды ла һалыу талап ителә.
Читайте нас: