Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2020, 10:05

Шаяртыуға аңлатма бирҙе

Журналист Андрей Ванденко ил етәксеһе менән һөйләшеүендә Максим Галкиндың шаяртыуын хәтеренә төшөрҙө. Бер сығышында пародист, юморист Владимир Путиндың бер урында оҙаҡ ултырыуына төрттөрөп: «Путин ул фамилия түгел, ә вазифа инде», – тигәйне.

«Владимир Путинға – 20 һорау» проекты сиктәрендә ТАСС мәғлүмәт агентлығына биргән әңгәмәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин быға аңлатма бирҙе.
– Бер ниндәй вазифаһы булмаған кеше генә, нисек теләй, шулай шаярта ала. Һәм уның шаяртыуҙары һәр ваҡыт көтөп алына, – тине ул.



Читайте нас: