Был көндө йыр-моң яратыусылар өсөн филармонияның ҙур залынан тура трансляция ойоштороласаҡ. Ул киске 8-се 10 минутта башланып, киске сәғәт туғыҙға тиклем барасаҡ. Һеҙҙең өсөн филармонияның алдынғы коллективтары һәм йырсылары сығыш яһаясаҡ.
Бер ай эсендә дүрт концерт-марафонын күрһәтеү күҙаллана. Алдағы трансляциялар 1, 8, 15 апрелдә үтәсәк. Артистар һәр ваҡыт яңы программа менән сығыш яһаясаҡ.