Бөтә яңылыҡтар
22 Март 2020, 11:00

«Беренсе» олимпиадаһы күсерелә

Гәзит битендә, сайтыбыҙҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы VI – VII синыфтар өсөн 23 – 26 мартта «Беренсе» олимпиадаһын уҙғарыуын хәбәр иткәйнек.

– Коронавирус таралыу сәбәпле һынауҙарҙы үткәреү ваҡыты күсерелә. Уның аныҡ ваҡыты олимпиада үткәрелерҙән 30 көн алда гимназияның рәсми сайтында иғлан ителәсәк, – тип хәбәр итә гимназия хакимиәте.
Читайте нас: