Бөтә яңылыҡтар
22 Март 2020, 16:50

Хәрби-тарихи уйындың авторы булғың килһә...

Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте «Игротека», «Мин Рәсәйҙе танып беләм» Бөтә Рәсәй проекттары сиктәрендә «Ваҡыт операцияһы» тигән конкурс иғлан итә. Ойоштороусылар һеҙҙең ярҙам менән хәрби-тарихи уйын булдырмаҡсы.

Бөйөк Ватан һуғышындағы күп мөһим ваҡиғалар архивтарҙа һәм һуғыш ветерандарының хәтерҙәрендә һаҡлана. Ауыр фронт осороноң өйрәнелмәгән тарихи биттәрен табып, булған мәғлүмәттәр менән берләштерһәң, ҡайһылай һәйбәт булыр ине.
Конкурстың планы:
  1. Тематик интернет-ресурстар һәм тарих дәреслектәрен өйрәнегеҙ, архивҡа йәки китапханаға инеп, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һирәк хәтергә алынған әһәмиәтле ваҡиғаларҙы табығыҙ.
  2. https://рдш.рф сайтында теркәлеп, ҡатнашырға ғариза ҡалдырығыҙ (рдш.рф/competition/175).
  3. Түбәндәге мәғлүмәттәр – ваҡиғаның көнө һәм урыны, уның тасуирламаһы, мәғлүмәт сығанағы һәм фотоһүрәттәрҙе индереп бөткәс кенә, эште үтәгеҙ. Шуға ла иғтибар итергә кәрәк: бөтә мәғлүмәттәрҙе ҡуйғас ҡына, сайтта «Задание үтәлде» тигән төймәгә баҫырға кәрәк.
  4. 16 апрелгә тиклем ғаризаларҙы тултырырға һәм эштәрҙе үтәргә мөмкин. Номинациялар буйынса еңеүселәр һәм конкурс һөҙөмтәһе 15 майға тиклем билдәле буласаҡ.

    Читайте нас: