Бөтә яңылыҡтар
23 Март 2020, 18:40

Бөтә донъя метеорология көнө менән!

23 мартта, баҡһаң, Бөтә донъя метеорология көнө байрам ителә.

Был көн Бөтә донъя метеорология ойошмаһы башланғысы менән булдырылған. Әлеге байрам 193 дәүләттә һәм Бөтә донъя метеорология ойошмаһы биләмәләрендә билдәләнә.
1950 йылдың 23 мартында Бөтә донъя метеорология ойошмаһының конвенцияһы үҙ көсөнә инә. Бында ошо ойошманың барлыҡҡа килеүе тураһында белдерелә. «Мәғлүмәт осоронда – һауа торошо, климат һәм һыу» тигән девиз да һайлана. Ә Бөтә донъя метеорология көнө 1961 йылдан билдәләнә башлай.
Читайте нас: