Күп компаниялар ил етәксеһенең ҡушҡанын көтмәйенсә лә онлайн-хеҙмәттәренә бушлай инеүҙе булдырҙы. Шәхси психологик үҙәктәр ҙә үҙҙәренең хеҙмәтен түләүһеҙ тәҡдим итә. Уларға инеп, психологик вебинарҙар, курстар, күнекмәләр үтергә мөмкин. Карантин мәлендә үҙеңде физик яҡтан да ҡарау мөһим. YouTube-та, мәҫәлән, йога, бейеү күнекмәләрен табырға була.
Онлайн-мәктәптәр ҙә етерлек. «Рәсәй электрон мәктәбе»ндә бөтә синыфтар өсөн дә интерактив дәрестәр, тикшереү эштәре, күнегеүҙәр бар. Фоксфорд онлайн-мәктәбе лә уҡыусыларҙың уҡыу программаһы буйынса бөтә түләүле курстарға инеүҙе асты. Акция 31 майға тиклем дауам итәсәк.
Өлкәндәр ҙә карантин ваҡытында белемдәрен камиллаштыра ала. Bang Bang Education хәҙерге дизайн мәктәбендә, GeekBrains, «Нетология» платформаларында ниндәй генә курстар юҡ!
Шулай уҡ карантин ваҡытында виртуаль музейҙар буйлап сәйәхәт ҡылырға ла, экскурсияларға йөрөргә лә, сайт аша спектаклдәр, концерттар ҡарарға ла мөмкин.