– Дуҫтар, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та замана килеп етте. Мин инде үҙем бөтөнләй ижад кешеһе булараҡ, аптырап та ҡалдым. Сөнки белемем дә музыкаль, мин бүтән өлкәлә эшләй алмайым, ә ашағы килә. Әлеге көндә барлыҡ концерттар кисектерелде, тимәк, финанс яғы ла кәмене. Кемдәргә был замана сире тейҙе? Нишләйбеҙ? – тип һораған ул.
Йәш йырсыға кәңәш биреүселәр ҙә күп табылған. «Буш ваҡытыңда уҡырға, яҙырға өйрән. Ваҡытыңды әрәм итмә. Бәлки, алда башҡа өлкәлә лә ярап ҡуйырһың», тиһә берәүһе, икенсеһе: «Гөлназ балам, эскерһеҙһең. Бөтә кешеләрҙе лә үҙең кеүек күрәһең, ахыры. Төрлө кешеләр бар бында, фекерҙәре менән танышып бараһыңдыр, моғайын. Күңелең дә кителеп ҡуялыр. Шуға күрә уйлағаныңды бик асып һалмаһаң, яҡшы булыр. Күңел ҡалдырырлыҡ һүҙҙәр эҙһеҙ юғалмай бит ул», – тигән.
Ә Ябай Малай: «Мин ауылға ҡастым. Һин дә ауылға ҡасып тор. Ауылда выживать мөмкин, тиҙәр», – тип кәңәш биргән.