Был исемлеккә инәсәк төрҙәрҙе билдәләү күп бәхәстәр ҙә тыуҙырған. Шулай ҡоштарҙың 29 төрө һайлап алынып, улар «Ҡыҙыл китап»ҡа беренсе тапҡыр индереләсәк. Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле булған «Ҡыҙыл китап» 1997 йыл менән билдәләнгән.
Хайуан, ҡоштарҙың биологик төрҙәрен һаҡлау «Экология» милли проекты маҡсаттарынының береһе булып тора. Алты йыл эсендә Рәсәйҙә 24 яңы айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе барлыҡҡа киләсәк, 11 махсус программа хайуандарҙың,ҡоштарҙың һирәк төрҙәрен күбәйтергә мөмкинлек бирәсәк.