Камил Йыһаншин – Туймазы районының Ҡандра ауылынан. Ул – тиҫтәләрсә китап авторы, Рәсәйҙәге төрлө әҙәби премиялар лауреаты. Яҙыусының ижадында Башҡортостан тәбиғәте, хайуандары тураһындағы әҫәрҙәре төп урын алып тора. Камил Фәрухша улы бындай юғары наградаға Ватан балалар әҙәбиәтенең гуманистик традицияларын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн лайыҡ булған. Уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!