Бөтә яңылыҡтар
25 Март 2020, 16:20

Краснокамалар башҡорт телен өйрәнә

Краснокама районында башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар бара. Был проект Башҡорт теле йылы, «Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бойомға ашырыла.

Курстарҙың маҡсаты – һөйләү телмәрен үҫтереү, башҡорт теленең нигеҙен өйрәтеү. Дәрестәрҙе Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы уҡытыусыһы Эльвира Рәхимова алып бара. Курс тамамланғас, сертификаттар биреләсәк.
Читайте нас: