Бөтә яңылыҡтар
25 Март 2020, 09:27

Президент коронавирус шиге менән ятҡандарҙың больницаһында булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус шиге менән ятҡандарҙың Коммунаркалағы больницаһын үҙе барып ҡарарға шәхсән хәл иткән, тине уның матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков. Кремлдән белдереүҙәренсә, бер ниндәй өҫтәмә әҙерлек алып барылмаған.

Коммунаркалағы больница – коронавирус шиге менән һалынғандарҙың иң ҙур дауалау урындарының береһе. Әгәр ҙә сирләүселәр һаны тағы ла нығыраҡ күбәйеп китһә, бындағы койкаларҙы реанимация үҙәгенә әйләндерергә була. Был турала ил етәксеһе больницаның баш табибы Денис Роценко менән аралашҡандан һуң белде. Баш табип үҙе етәкләгән медицина үҙәген йыһан менән тиңләне.
Был больницала коронавирус шиге менән ятҡан Дмитрий Гаркави эргәһенә көтмәгәндә Владимир Путиндың килеп инеүе бик көтөлмәгән ваҡиға булған.
– Улар иҫәнләшкәс, ҡулдарын миңә һуҙманылар. Аралашыу 10-15 секунд тирәһе дауам итте. Владимир Владимирович ҡасан ятыуымды, үҙемде нисек тойоуымды, хәлемде һораны, – ти пациент.
Больницала саҡта Владимир Путин медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдереп, бындағы табиптар булған аппараттарҙы оҫта файҙаланыуын, сирҙе дауалай белеүҙәрен дә белдерҙе.
Читайте нас: