Бөтә яңылыҡтар
26 Март 2020, 16:35

Уҡытыусылар өсөн вебинар ойошторола

Белем биреү учреждениеларын дистанцион режимға күсереү айҡанлы, Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурстар үҙәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон белем биреү ресурстарын ҡулланыу һәм дистанцион уҡытыуҙы ойоштороу буйынса вебинар үткәрә.

Унда ошо һылтанма буйынса https://www.youtube.com/channel/UCc2igW5TQ6c2GmtjC2I_.. ҡушылырға мөмкин. Видеоконференция ваҡытында һорауҙар бирергә лә мөмкин. Вебинар 27 мартта иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Читайте нас: