Әлеге мәлдә республикабыҙҙа һөт ризыҡтарын 25 мең 500 кеше ала. Шуларҙың 17 мең 590-ны – балалар, 456-һы – ауырлы ҡатындар һәм бала имеҙеүсе әсәйҙәр. 2019 йылдан башлап Башҡортостанда алты цех эшләй. Улар Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Сибай, Өфө ҡалаларында урынлашҡан. Унан тыш, һөт һәм ҡоро продукцияларҙы таратыу пункттары ла булдырылған.
– Һөт кухнялары эшен дауам итәсәк. Ризыҡтар элеккесә таратыу пункттарына килтереләсәк. Кемдәрҙер вирус йоҡтороуҙан ҡурҡа икән, телефондан шылтыратып, үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен еткереп, килтереүҙе 10 көнгә туҡтатып тора ала, – тине Эльдар Сәйғәфәров.
Республикабыҙҙа һөт ризыҡтарын 3 йәшкә тиклемге балалар, йөклө ҡатындар, бала имеҙеүсе әсәйҙәр ала. Уларҙы бушлай тәьмин итеү «Демография» милли проекты сиктәрендә алып барыла.