Бөтә яңылыҡтар
27 Март 2020, 13:15

Урының ожмахта булһын, Роберт ағай!

Татарстандың халыҡ шағиры, публицист, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, "Йәншишмә"нең яҡын дуҫы, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллин ҡаты ауырыуҙан фани донъя менән хушлашты. Уның шулай ҡапыл ғына китеп барырын кем уйлаған инде... Үлем хәбәрен ишеткәс, бер аҙ ышанмай ҙа торҙоҡ. Гәзитебеҙҙең 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан ихлас күңелдән ҡотлауы һаман да ҡолаҡ төбөбөҙҙә яңғырап торған кеүек:

«Башҡортостан пионеры»н
Уҡып үҫкән малай мин!
Хәҙер шул саҡты һағынып
Йәшәүсе бер ағай мин!
Иң беренсе шиғырым да
Һеҙҙә баҫылған ине!
Шиғриәттең ишектәре
Һеҙҙә асылған ине!

Түбәм күккә тейгән ине,
Осҡан инем күктәргә!
Шунан бирле һаман осам,
Осоп ҡайтам үткәнгә!»...
Эйе, уның тәүге шиғырҙары ла «Башҡортостан пионеры» (әлеге «Йәншишмә») гәзитендә донъя күрә.
Үҙе – Илеш районы Шәммәт ауылынан. Оҙаҡ йылдар «Яшь ленинчы» («Сабантуй») Татарстан балалары гәзитен етәкләй. 1988 – 1994 йылдарҙа — Татарстан Балалар фонды рәйесе. 1995 – 2014 йылдарҙа Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаты була. Башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә 40-тан ашыу китап авторы.
Һоҡланғыс шәхес, оҫта ҡәләмдәшебеҙҙең беҙҙең аранан китеүе – оло юғалтыу. Роберт Мөғәллим улы 71 йәшендә ине. Уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Урының ожмаҡта булһын, Роберт ағай!
Читайте нас: