Атай-әсәйҙәр балаларын урамға сығармаһын, бүтән кешеләр менән аралаштырмаҫка тырышһын, тиелә унда. Өйҙә ултырып тороуҙары яҡшыраҡ. Бүлмәләрҙе елләтеп торорға, көн һайын саңдарҙы һөртөп, иҙәндәрҙе йыуып, дезинфекция эшләп торорға кәңәш ителә. Тыштан ингәс, ҡулдарҙы, битте, танау эсен һабынлап йыуыу, сумка, смартфондарҙы мотлаҡ антисептик менән һөртөү мөһим. "Милли медицина палатаһы" союзы етәксеһе Леонид Рошаль белдереүенсә, коронавирус йоҡтормаҫ өсөн магазинға бирсәткәләр кейеп кенә барырға, кешеләрҙән 1,5-2 метр йыраҡлыҡта торорға, йәмәғәт урындарында ишек тотҡаларына, лифт төймәләренә бәҙрәф ҡағыҙы йә салфетка менән генә тотонорға кәрәк. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тажлы вирус пандемияһы ваҡытында медиктар биргән кәңәштәрҙе үтәргә ҡуша, сөнки коронавирус бик аяуһыҙ.