Был көндө 670 биләмәлә «Экология» милли проекты сиктәрендә 85 меңдән ашыу ағас, 48 мең ҡыуаҡлыҡ һәм башҡа йәшел үҫентеләр ултыртыласаҡ. Әгәр республикабыҙҙа коронавирус менән бәйле эпидемиологик хәл һәйбәтләнһә, акцияла 150 меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Киреһенсә икән, улар коммуналь хеҙмәт һәм ирекмәндәр көсө менән башҡарыласаҡ.