Бөтә яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 09:29

Президент аралашҡан баш табип коронавирус йоҡторған

Хәтерегеҙҙәлер, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бер аҙна элек Коммунаркалағы больницаға барыуы, уның баш табибы Денис Проценко менән аралашыуы тураһында яҙып сыҡҡайныҡ.

44 йәшлек табип үҙе хәҙер коронавирус йоҡтороуы билдәле булды. Был турала ул социаль селтәрҙәрҙә лә хәбәр итә. Денис Проценконың сирле булыуын белгәс, ил етәксеһенең матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков Владимир Путиндың даими рәүештә коронавирусҡа тест үтеүен, бөтәһе лә һәйбәт булыуын белдерҙе.



Читайте нас: