Бөтә яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 12:26

«Афишаны төшөр» флешмобы башланды

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Афишаны төшөр» темаһына флешмоб иғлан итте.

Унда ҡатнашыусыларға театрҙың YouTube-тағы рәсми каналында ҡараған спектаклдәр буйынса һүрәт төшөрөргә кәрәк. Унан һуң рәсемегеҙҙе «Инстаграмм» селтәрендәге сәхифәгеҙҙә баҫтырып, @teatrkukolufa/ тип билдәләргә лә онотмағыҙ. Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, карантиндан һуң бөтә ҡатнашыусылар ҙа бүләкле буласаҡ.
Читайте нас: