Унда Башҡортостандан донъя чемпионы Александр Георгиев һәм Тамара Танһыҡҡужина тәүге урындарҙы биләй. Иң шәп 100 шашкасы исемлегенә Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан 16 кеше ингән. Ун тапҡыр донъя чемпионы Александр Георгиев донъя рейтингында 2018 йылдың 1 июленән, 6 тапкыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина 2019 йылдың 1 октябренән иң алда бара.Үҫмерҙәр араһында рейтингта Даниил Ильин һәм Тамерлан Әхмәтов өсөнсө урында килә.