Бөтә яңылыҡтар
8 Апрель 2020, 09:28

Балалы ғаиләләргә 5 мең түләнә башлай

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам саралары тигән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был турала «РИА Новости» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Ҡарарға ярашлы, дәүләт ярҙамына хоҡуғы булған балалы ғаиләләр апрель-июнь айҙарында 5 мең һум күләмендәге айлыҡ түләүҙәрҙе аласаҡ. Улар һәр балаға өс йәшкә тиклем түләнә.
Президент Хөкүмәткә сығымдарҙы финансларға, түләү шарттарын һәм тәртибен билдәләргә ҡушты. Шулай итеп, Рәсәйҙең Пенсия фонды түләүҙәрҙе тәьмин итәсәк. Түләүҙәрҙе алыу буйынса ғаиләләр 1 октябргә тиклем мөрәжәғәт итә ала.

Читайте нас: