-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 10:06

Донъяның 100 яҡын иле – беҙҙең партнёрҙар иҫәбендә

Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби-техник хеҙмәттәшлек буйынса комиссияның сираттағы ултырышын видеоконференция режимында үткәрҙе. Ундағы сығышының стенограммаһы Кремль сайтында баҫылған.

Ил етәксеһенең һүҙҙәренсә, сит илгә 15 миллиард долларҙан ашыу суммаға хәрби техника сығарылған. Тағы ла заказдар бар әле. Партнёрҙар иҫәбенә донъяның 100 яҡын иле инә.
Әлеге ултырыш барышында президент былтыр октябрь айында үткән Рәсәй – Африка саммиты Рәсәйҙең хәрби техникаһын һатыуға ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте. Бында ғына 1 миллиард долларға яҡын суммаға яңы килешеүҙәр төҙөлгән.
Читайте нас: