Һәр синыфҡа төрлө тема бирелә. Мәҫәлән, беренселәр йыһандағы хайуандар тураһында белһә, икенселәр ундағы туҡланыу менән таныша. Өсөнсө синыфтар – Ерҙең яһалма юлдаштарын, дүртенселәр – Айҙы, бишенселәр йыһандағы сүп-сарҙы өйрәнә.
Йыһан тураһында әлеге эш төрҙәре Яндекс.Школа бушлай белем алыу платформаһына урынлаштырылған. Улар менән танышыр өсөн ни бары теркәлергә генә кәрәк. Мәсьәлә миҫалдарын музейҙың биттәрендә лә ҡарарға мөмкин. Әйткәндәй, Яндекс. Школа платформаһында Мәскәүҙең космонавтика музейына ла виртуаль сәйәхәт ҡылырға ла була.