Ошондай фекерҙе улар хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә Федераль компетенция үҙәге ойошторған һорау алыуҙа белдерҙе. Бында «Производительность.рф» IT-платформаһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә ярҙам» милли проектында ҡатнашыусы 1 меңдән ашыу компания вәкиле ҡатнашты. Уларҙың 88 проценты үҙәк эксперттары менән берлектә һаҡсыл етештереү технологияларын ҡулланыу көрсөктән сығырға ярҙам итәсәгенә ышана. Ауырлыҡтарға ҡарамай, һорау алыусыларҙың 95 проценты «Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса адреслы ярҙам» федераль проектында әүҙем ҡатнашыуын дауам итә.