-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 10:01

Технологик түңәрәктәр селтәре яңы мөмкинлектәр асасаҡ

Рәсәй мәктәптәрендә Милли технологик башланғыстың түңәрәк хәрәкәте моделе буйынса технологик түңәрәктәр селтәре барлыҡҡа киләсәк. Был иһә фән һәм технология менән ҡыҙыҡһынған уҡыусылар араһынан яңы быуын инженерҙары, новаторҙар, технологик эшҡыуарҙарҙы әҙерләргә мөмкинлектәр асасаҡ.

Әйтергә кәрәк, Милли технологик башланғыстың түңәрәк хәрәкәте уҡыусыларҙы технологик ижадҡа ылыҡтырыу өсөн өҫтәмә белем биреүҙең яңы форматтарын ҡуллана. Улар ҡыҙҙар һәм егеттәргә лә бик ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, инженер ярыштары, проект мәктәптәре, фестивалдәр, шулай уҡ яңы типтағы түңәрәктәр.
2020 йылда Рәсәй түңәрәк хәрәкәтендә 200 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Улар – уҡыусылар, студенттар, остаздар һәм бөтә ил буйынса эксперттар. Төркөм яңы ҡатнашыусылар менән тулыланып тора.
Ә Милли технологик башланғыстың түңәрәк хәрәкәте ойошторған олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар ҡатмарлы технологик мәсьәләләр сисергә һәм аҙағынаса еткерергә, эш мәлендә инженер йүнәлеше буйынса фекерләргә, алға маҡсаттар ҡуйырға өйрәнә, командала эшләү буйынса оҫталыҡ та туплай.
Милли технологик башланғыс ҡуйған бурыстар «Фән» милли проектына ла индерелгән. Уның буйынса Рәсәй 2024 йылда фәнни тикшеренеүҙәр һәм уйлап табыуҙар өлкәһендә алдынғы биш ил рәтенә инергә тейеш.



Читайте нас: