Бөтә яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 11:12

«Һөт кухняһы»нда колл-үҙәк асылды

Республикабыҙҙа «Һөт кухняһы» дәүләт автономлы дәүләт учреждениеһында колл-үҙәк эшләй башланы.

Хәҙер ундағы хеҙмәткәрҙәр халыҡтың мөрәжәғәтенә яуап бирәсәк. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246 – 55 –01. Шунда шылтыратып, һөт аҙыҡ-түлектәрен алыу буйынса документтар тултырыу, таратыу пункттарының эшләү графигы, шулай уҡ ғаризаны ҡарау статусы, үҙизоляция ваҡытында аҙыҡ-түлекте алыуҙы туҡтатып тороу буйынса тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.
Әйтергә кәрәк, һөт кухнялары республикабыҙҙа «Демография» милли проекты сиктәрендә үткән йыл тергеҙелгәйне. Башҡортостан буйынса барлығы алты етештереү цехы һәм 97 таратыу пункты эшләй.


Читайте нас: