Халыҡтың ғынамы, бөтә илдәр етәкселәрен аяҡҡа баҫтырҙы. Был вирустың нимәгә һәләтле икәнен әлегә ғалимдар ҙа әйтә алмай.
Шулай ҙа ошо көндәрҙә Германияның ғалим-вирусологтары тәжрибәләр үткәреп, COVID-19 вирусының һауа аша йоҡмауын иҫбатлаған. Төрлө әйберҙәр өҫтөнә тейеүҙән дә йоҡмай, имеш. Ул ишек тотҡаһында, смартфондарҙа йәшәй алмай, тиҙәр. Шулай уҡ супермаркеттарҙа ла йоҡтороу ихтималлығы аҙ икән. Германияла белдереүҙәренсә, коронавирустың берҙән-бер йоғоу юлы – сирле кеше сөскөргәндә йә йүткергәндә бүленеп сыҡҡан тамсыларҙың һиңә эләгеүе. Бер-береңә яҡын тороп аралашҡанда ла эләгеүе бар. Ысындырмы-юҡтырмы... Шулай ҙа бик һаҡ булырға кәрәк. Һаҡланғанды Алла һаҡлар, тигәнде онотмайыҡ.
Кисә тағы бер яңылыҡ ишеттек. Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, Башҡортостанға COVID-19 вирусын йөрөткән кеше февралдә үк ингән булған икән. Вәт әй... Әммә, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, «ул ваҡытта был пациенттың йоғошло сир таратыуы тураһында уйламағандар ҙа, әлеге сикләү саралары индерелмәгәйне бит».