Еңеү көнө алдынан «Йәш гвардия» ағзалары халыҡҡа ошо гәзиттең аныҡ күсермәһен таратасаҡ, тип хәбәр итә «Парламент» гәзитенең матбуғат хеҙмәте. 75 йылғы ҡомартҡынының сығарылышын әүҙем кешеләр фотоға төшөрөп, сығартып алған. Ирекмәндәр баҫманы үҙҙәре ярҙам иткән ветерандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән бергә тапшырасаҡ. Еңеү көнө уңайынан гәзиттең 30 мең данаһын таратыу планлаштырыла.