Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, порталдың ҡеүәтен арттырғас, сайт тотороҡло эшләй башлаған. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 12 майҙа порталға 17 миллиондан ашыу кеше ингән, уларҙан 2 миллиондан ашыу ғариза ҡабул ителгән. Был уртаса йөкләмәнән 10 тапҡырға күберәк.
Унан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин 3-тән 15 йәшкә тиклемге балаларға 1 июндән 10 мең аҡса бирелә башлауы тураһында хәбәр иткәйне. Уға ғаризаларҙы Дәүләт хеҙмәте порталы, Пенсия фонды бүлексәләре йәки күп функциялы үҙәктәр аша бирергә мөмкин. Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе Рәсәйҙәге 27 миллион бала аласаҡ.